Ағинәйҙәребеҙ һәр заманда ла йәмғиәтте тәртипкә, әҙәпкә өндәү бурысын башҡара, йолаларыбыҙҙы, үткәндәребеҙҙе йәш быуынға күрһәтеү ҙә уларҙың иңендә. Үткән эштәргә йомғаҡ менән бер рәттән, улар киләсәккә маҡсаттар ҙа билдәлдәне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Кинйәбулат ауылының төп ағинәйе Зөбәржәт Шаһиева етәкселегендә ҡуйылған “Аулаҡ өй” йолаһын ҡунаҡтар аяғүрә баҫып алҡышланы. Элекке замандағы уйындар, йырҙар йыйынға ҡатнашыусы һәр кемдең күңеленә үтеп инде.