Мәҙәниәт
16 Марта 2021, 08:46

ТЕЛ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР

Йәнем моңо минең - башҡорт теле,Рухым сәңгелдәге һин, телем!Тик тиңләшер затлы хазинама -Тыуған ерем, әсәм һәм илем.

Фәнил Бүләков.

Йәнем моңо минең - башҡорт теле,
Рухым сәңгелдәге һин, телем!
Тик тиңләшер затлы хазинама -
Тыуған ерем, әсәм һәм илем.

Тәүге тындан һуңғы һулышҡаса
Иркәләр тик ғәзиз телгенәм.
Үҙ теленән күпһенгәндәр генә
Бер йәнемде меңгә телгеләй.

Тормошома изге ҡотто биргән,
Ҡотло иткән беҙҙең ғүмерҙе,
Туған телем әсә һөтө кеүек
Һәр сабыйға шундай ҡәҙерле.

Туған телем - әсә һөтө үҙе,
Милләтемдең рухы, моң, ҡото.
Күңелдәрҙе беҙҙең туған иткән,
Милләт иткән телем башҡортто.

Айырмайыҡ бары сабыйҙарҙы
Ата-бабам биргән ырыҫтан.
Онотмайыҡ оло хәҡикәтте -
Тыумаған бит балаң урыҫтан.

Башҡорт теле - нурлы Уралымда
Алтындарға бирмәҫ хазина.
Халҡым рухын сағылдырып күктә
Сая бөркөттәре ҡағына.
_____________________________

ТУҒАН ТЕЛЕМ.
Р. Әхмәҙиева

Башҡорт телендә һөйләшәм
Йырлап торған матур тел.
Бар булған башҡа телдәрҙән
Әсә теле яҡын- шуны бел.
Ата-бабаларың һөйләшкән
Аралашҡан ошо телдә,
Онотма туған телеңде-
Башҡорт милләтенән һиндә.
Салауат һәм Рәми теле миндә,
Илем бөтмәҫ, бөтмәһә телем,
Телем өсөн көрәшергә әҙер
Йөрәгемдән сыҡҡансы йәнем.
Башҡорт булып тыуғанһың икән
Үҙ телеңдә һөйләш- оялма.
Кеше ғәмһеҙлеге арҡаһында
Күпме тел юғала донъяла.
Ниндәй телдә аралаша балаң,
Ә балаңдың балаһы.
Туған телен белмәйҙәр икән-
Был һинең тәрбиәң баһаһы!
_______________________________

Гөлназ ҠОТОЕВА

Туған телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Бер туғаны кеүек һөйләшә.

Башҡорт теле — тыуған илгенәм,
Иркәләп тә һөйөр елгенәм.
Әсәм ҡулдарының наҙы ул,
Күңелемдең шаулы яҙы ул.

Башҡорт телем минең — сабырлыҡ,
Инәйҙәрҙән ҡалған таһыллыҡ,
Башҡорт теле — минең тамырым,
Селләләрҙә көткән ямғырым.

Башҡорт теле — минең улғынам,
Киләсәккә илтер юлғынам.
Башҡорт теле — минең киләсәк,
Килер быуындарға бирәсәк.

Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,—
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Йәнем ирей.
Телем, мең йәшә!!!!
______________________________

Башҡорт теле
ХӘСӘН НАЗАР

Башҡорт теле! Уралымда
Затым өсөн һин рух түле.
Миңә һин — яҙмыш, ә кемгә —
Сәхнәләгесә роль теле.

Башҡорт теле! Тарихында
Бер кемгә лә юҡ ләғнәте.
Тик үҙенсә иретмәктә
Көсәнмәне кем лөғәте.

Башҡорт теле! Һин — аҡбуҙат,
Һин — һандуғас, һин — ыласын.
Һәр өнөң ҡурай моңолай,
Барыһы тәбиғи ысын.

Башҡорт теле! Салауат теле,
Һәҙиә теле, Мостай теле.
Уларға бит " Урал батыр "
Иң шөһрәтле остаз ине.

Башҡорт теле! Мәктәптәргә —
Һаман ҡыҫырыҡлау еле.
Донъя тармы?! Былай ҙа бит
Вазифалы урыҫ теле.

Башҡорт теле! Быуаттарҙы
Үтеп тә һин, сарланып та,
Яҙҙыртаһың минән шиғыр,
Ғорурланып, зарланып та.

Башҡорт теле! Уралымда
Затым өсөн һин рух түле.
Һин бит беҙҙең хәтер иле,
Мәңге йәшә, башҡорт теле!
____________________________

Туған тел
Минира Биканасова

Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбамдың битен аса-аса
Башлап алдым тәүге ғилемде.
Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел:
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле, һуларға.
Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул- ошо теләгем!
Саф башҡортса өләсәй тип,ана!
Йүгереп йөрөй янда ейәнем...
________________________________

Баязит Бикбай.

Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә - үлмәгән,
Бөгөнгә еткән !
Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,-
Теле лә йәшәй !
Телен асҡанда,
һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй !».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен !..
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас