Мәҙәниәт
16 Март 2021, 06:28

Ауыл хәбәрҙәре

12 март Һайран мәҙәниәт йортонда "Ҡоймаҡ сәйҽ" тип аталған байрам сараһы үттҽ.

Ҡояштай ҡоймаҡ ҡоям —
һары майға сумдырам
«Донъя — яйы менән,
ҡоймаҡ — майы менән» (әйтем)
Ҡоймаҡ — башҡорт милли ашханаһының органик өлөшө. Уның рецебында малсылыҡ һәм игенселек кәсебе элементтары ла бар.
Ҡоймаҡ ондан әҙерләнгән тәүге ризыҡ булыуы ихтимал һәм уның тамырҙары бик боронғо.
Башҡорт милли ризығының исеме "ҡойоу" тигән һүҙҙән алынған. Ҡыҙған табаға шыйыҡ ҡына ҡамырҙы ҡояһың, әйләндереп икенсе яғын да бешереп алаһың һәм ҡоймаҡ әҙер. Ҡамыр аштарын башҡаса ла бешергәндәр, әммә улар икенсерәк аталған. Мәҫәлән, көлгә күмеп бешерелгән икмәк — көлсә тип аталған.
12 март Һайран мәҙәниәт йортонда "Ҡоймаҡ сәйҽ" тип аталған байрам сараһы үттҽ. Байрамда ҡатнашыусы апайҙар үҙҙәрҽ бҽлгән оҫталыҡ мҽнән ҡойған ҡоймаҡтарын сәй табынына алып килдҽләр. Ҡоймаҡҡа арналған викторина һорауҙары, "Кҽмдҽң ҡоймағы?" тип аталған уйын бик күңҽллҽ үттҽ. Байрам тәмлҽ ҡоймаҡтар мҽнән һыйланып, һәр кҽм үҙҽ бҽлгән ҡоймаҡ ҡойоу оҫталығы мҽнән үҙ-ара уртаҡлашып тамамланды.
Байрамда ҡатнашҡан барлыҡ апайҙарға ҙур рәхмәтҽмдҽ бҽлдҽрәм!
Читайте нас