Мәҙәниәт
13 Март 2021, 06:00

Үләм, тиһең...

Үләм, тиһең. Ә бына һин Үлмәйсә ҡара йәшәп.

Үләм, тиһең.
Ә бына һин
Үлмәйсә ҡара йәшәп.
Мамыҡ мендәр урынына
Булһа ла һалам түшәк,
Кемдер ҡаймаҡ ашағанда
Һин ҡаты кимерһәң дә,
Берәү шарап һемергәндә
Һин һыуға тилмерһәң дә,
Ҡуҙғалаҡ, тиеп ҡапҡаның
Булһа ла йәшел әрем,
Үртәләүҙең һуң сигендә
Тамһа ла күҙ йәштәрең,
«Булғанына — рәхмәт!» - тиеп,
Хоҙайға әйтеп ҡара.
Йәшәүеңдең бер мәғәнәһеҙ
Көндәре үтеп бара...
Булдырырһыңмы һин шуны?
Булдырырһыңмы, Кеше?
Әллә инде «үләм» тиеп
Бөтөрөргәме эште?!
...Үләм, тиһең.
Ә бына һин
Үлмәйсә ҡара йәшәп.
Мең ғазаптан мең терелеп,
Бер ғәди булып йәшнәп,
Һыҙланып ҡара, йәшәп...

Читайте нас