Бөгөн ҡалабыҙҙа ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы – Масленица байрамы гөрләп үтте.
Ленин майҙанында олоһо ла, кесеһе лә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, йырлап-бейеп күңел асты. Ә Масленица табынының төп атрибуты булған ҡоймаҡтың ниндәйе генә юҡ ине.
Мәҫәлән, Алмалы ауылы мәҙәниәт йортоның мөдире Рәйлә Мусина дүрт төрлө (ябай ҡоймаҡ, кукуруз ононан, манный һәм тары ярмаһынан) ҡоймаҡ бешереп килтергән. Шуға ла ҡоймаҡтар конкурсында Гран-при яуланы Рәйлә апайыбыҙ.
Төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән байрам йылдағыса ҡарасҡы яндырыу менән тамамланды.