Мәҙәниәт
13 Март 2021, 10:08

Ауыл хәбәрҙәре

Түбәнге Әрмет ауылы китапханаһы "Әхирәттәр клубы" ағзалары менән "Ҡоймаҡ байрамы" үткәрҙе.

Түбәнге Әрмет ауылы китапханаһы "Әхирәттәр клубы" ағзалары менән "Ҡоймаҡ байрамы" үткәрҙе.
Өҫтәлде әхирәттәр бешергән ҡоймаҡтар биҙәне. Ҡоймаҡ бешереү оҫталары: Әпсәләмова Гөлшат, Мирхәйҙәрова Мөғлифә, Гиззәтуллина Фәйрүзә, Хисамова Миләушә, Рәхимова Рәмилә, Ғөбәйҙуллина Йәмилә үҙҙәренең ҡоймаҡ рецебы менән таныштырып та үттеләр. Мауыҡтырғыс сара аш-һыуға арналған йомаҡтарға, мәҡәлдәргә, викторина һорауҙарына яуаптар эҙләү менән аралашып барҙы. Байрам ҡоймаҡлап тәмле итеп сәй эсеү менән тамамланды.
Читайте нас