Мәҙәниәт
12 Март 2021, 17:39

Төрлө сағы була күңелемдең...

Төрлө сағы була күңелемдеңБерсә илап-һыҡтап бойоға,Йәки көлә, йәки хәсрәтләнә,Берсә иркә нурға ҡойона.

Төрлө сағы була күңелемдең
Берсә илап-һыҡтап бойоға,
Йәки көлә, йәки хәсрәтләнә,
Берсә иркә нурға ҡойона.
Меңәрләгән күңел ҡылдарым бит
Һинең күңелеңә бәйләнгән.
Йәшәү ҡуҙҙарын тик һинән алам,
Барлыҡ донъям һиңә әйләнгән!
Ихлас ҡына йылы һүҙең етә,
Булған һағыштарым тарала.
Һалҡыныраҡ бер ҡарашың етә –
Нурҙан ҡара болот ярала.
Зәңгәр күктәй аяҙ йөҙкәйеңдә
Наҙлы һөйөү балҡыған саҡта
Бер күләгә, киҫәк болот ҡалмай
Әйләнәм мин яҡты ҡояшҡа!
Мәңге янып, мәңге яҡтыртырмын,
Һүндермәсе мине!
Читайте нас