Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә район һәм ҡалабыҙҙа гөрләп “Торатау мираҫы” фольклор фестивале бара. Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолған сара Милли мәҙәниәттәр үҙәгенән, “Йондоҙ”, “Нефтсе”, Урман-Бишҡаҙаҡ мәҙәниәт йорттарынан, Смаҡайҙан фольклор коллективтарын тупланы.
Онотолоп барған бик матур йолаларҙы тергеҙҙе сығыш яһаусылар. Урман - Бишҡаҙаҡтар - “Өй һылау”, “Йондоҙ”ҙар - “Тула баҫыу” йолаларын бик йөкмәткеле итеп күрһәтте, смаҡайҙарҙың “Ҡатыҡ байрамы”, Милли мәҙәниәттәр үҙәге сәхнә оҫталарының “Буҙа ҡойоу” йолалары ла байрамдың асылына тап килде. “Нефтсе” мәҙәниәт йортонан “Умырзая” башҡорт фольклор коллективы, “Селяночка” рус вокал ансамле сығыштары ла үҙенсәлекле булды.
Күләмле сараны йомғаҡлап, һуңынан еңеүселәр ҡатнашлығында гала-концерт ойоштороласаҡ.