Бына, улым, туп-тура юл һиңә,
Ошо юлдан ситкә тайпылма.
Юлдан яҙҙырыусы осрап торор,
Боролоп ҡарама һин артыңа.
Юлдарыңа осрар бейек тауҙар
Менә алмай хәлең бөткәндә.
Еңел юлды эҙләп кире төшмә,
Ауырлыҡтар һине көтһә лә.
Диңгеҙҙәрҙе кисә ҡалһаң әгәр
Ел уңайын улым, һайлама.
Ишкәктәрең ҡулда саҡта тырыш,
Әкеренләп барыһы ла яйлана.
Хәлһеҙләнеп йығылғанды күрһәң,
Һуҙ ҡулыңды һис тә оялма.
Һуңғы телемеңде бүлешә бел
Ябай булып ҡал һин, донъяла.
Кәңәшеңде, атай, тотоп йәшәйем
Тик донъялар бик ныҡ үҙгәрҙе.
Аш биргәнгә таш аталар хәҙер,
Ҡомһоҙлоҡтан яна күҙҙәре.
Ҡаршылыҡты хәҙер аҡса еңә
Кәрәк икән тауҙар күсерә.
Еңел юлды эҙләй хәҙер барыһы ла
Ышанмайса үҙенең көсөнә.
Күптәр тауға менеп аҙапланмай
Тигеҙләйҙәр барыр юлдарын.
Хәлһеҙләнеп йығыла ҡалһаң әгәр
Бик һирәктәр һуҙа ҡулдарын.
Беләм, атай, ниҙәр әйтер инең
Булһаң әгәр хәҙер янымда.
Шул һирәктәр араһында һин бул, улым!
Аш менән ат, кисер барында.