Мәҙәниәт
10 Март 2021, 02:10

Юл сатына сығып баҫҡан...

Юл сатына сығып баҫҡан,Маңлайына ҡуйып ҡулдарын.Ошо юлдан оҙатҡан бит әсә,Үҫеп еткәс ҡыҙ һәм улдарын.

Юл сатына сығып баҫҡан,
Маңлайына ҡуйып ҡулдарын.
Ошо юлдан оҙатҡан бит әсә,
Үҫеп еткәс ҡыҙ һәм улдарын.
Көндә көтә әсә, ҡарай-ҡарай
Талды инде күҙҙәре.
Көтөүҙәре бигерәк ауыр,
Һарғайып та киткән йөҙҙәре.
Һуҡыранмай әсә, сабыр итә,
«Ҡайтыр әле бер саҡ балалар.
Юлдарында оҙата йөрөһөн гел,
Йөрәгемдән сыҡҡан доғалар».
Ҡайғыртмағыҙ ғәзиз әсәләрҙе,
Яндарына йышыраҡ ҡайтығыҙ.
Фатихаһын алмай ҡалһаҡ әгәр,
Уңырмы һуң ғүмер юлыбыҙ?!


Читайте нас