Яңы Һәйет ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Ҡояш кеүек беҙҙең әсәйҙәр" исемле сара үткәрҙек.
Байрам кисәһе матур концерт программаһы менән башланып китте. Байрамыбыҙҙың икенсе өлөшөндә "Күршеләр" һәм "Ромашкалар" командаһы көс һынашып, "Күршеләр" командаһы ике мәрәйгә арттырып еңеүсе булды.
Ауыл халҡына байрам кәйефе бүләк иткән йырсы ағинәйҙәргә, бейеүсе ҡыҙҙарға, байрамды алып барыусы йәш килендәр - Гөлсәсәк менән Зөлхизәгә оло рәхмәтемде белдерәм. Ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡыҙҙар ҙа байрамыбыҙға тағы йәм өҫтәнеләр.