Тамаша "Хәтирә" фольклор коллективы тарафынан әҙерләнгән "Наурыз" фольклор күренеше менән башланып китте. Артабан кисәне концерт номерҙары йәмләне. Был көндө сәхнәнән яңғыраған шиғырҙар, моңло йырҙар - былар барыһы ла Ер йөҙөндәге иң изге кеше - бөйөк Әсәгә бағышланды, гүзәл заттарыбыҙға байрам бүләге итеп юлланды.
Ошо байрам тамашаһын матур концерт номерҙары менән йәмләгән һәүәҫкәр артистарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Һәм шулай уҡ һәр сығышты ихласлап ҡарап ултырған тамашасыға ҙур рәхмәт!