Ғүмер үтә тип ҡайғырмағыҙ,
Ҡыуанығыҙ килер көндәргә.
Беҙ иҫәнбеҙ, йәшәү дауам итә,
Яҙ тағы ла күмер гөлдәргә.
Был 8 март алып килһен һеҙгә
Көтөлмәгән бәхет бүләккә,
Уңыш һөйөнөскә һеҙҙе күмһен
Һәм көсөгөҙ артһын беләктә.
Һеҙҙең фиҙаҡәрлек, уңғанлыҡтан
Республикабыҙҙа ҡот артһын.