Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Март 2021, 20:18

Ауыл хәбәрҙәре

Беҙҙең Маҡар мәҙәниәт йортонда үткән “Һай, үҙебеҙ!” тип аталған күңелле сара ысын мәғәнәһендә барлыҡ тамашасыларға күңелле кәйеф бүләк итте.

Хөрмәтле гүзәл заттар! Тәбиғәт уянған мәлгә тап килгән байрам тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырһын. Барығыҙҙы ла иң тантаналы байрамдарҙың береһе булған Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡатын-ҡыҙ тураһында һәр ваҡытта ла ниҙер әйтелеп бөтөлмәгән кеүек тойола. Был мәңгегә шулай буласаҡ. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да серлерәк, илаһираҡ зат юҡ.

Беҙҙең Маҡар мәҙәниәт йортонда үткән “Һай, үҙебеҙ!” тип аталған күңелле сара ысын мәғәнәһендә барлыҡ тамашасыларға күңелле кәйеф бүләк итте.

Байрамды башлап Маҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эльвира Риф ҡыҙы Иманғолова барлыҡ гүзәл зат – ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙҙың тәүге байрамы менән ихлас ҡотлап, барыһына ла ғаилә бәхеттәре, һаулыҡтар теләне.

Үҙ-ара көс һынашырға Маҡарҙан ике, Һарғай ауылынан бер команда сәхнәгә сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек мәшәҡәте булған эштәрҙе лә башҡарҙылар, Башҡортостаныбыҙҙа иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына ҡарата спорт ярыштарында һынатманылар, ошо йылға ҡарата инсценировка ла ҡуйҙылар. Рәсәй буйынса Фән һәм технология йылы булараҡ конкурсанттарыбыҙ төрлө файҙалы кәңәштәрен дә бирҙеләр, пластик материалдар, һауыт-һабаларҙан төрлө матур сәскәләр, башҡа төрлө ҡул эштәрен дә тамашасылар хөкөмөнә сығарҙылар.

Ҡатын-ҡыҙ булһын да модаһыҙ булһын, имеш! Командалар биҙәндереп, яһандырып сығарған кешеләрҙе һис тә танырлыҡ түгел ине.

Салфеткаларҙы өҫтәлгә ҡуйыуҙың төрлөсә варианттарын да күрһәттеләр, яулыҡ ябыныуҙың төрҙәрен һәм шарфты нисегерәк матур итеп урап ҡуйыу буйынса ла һынатманылар.

Бөтә донъя Фольклориада темаһы ла ситтә ҡалманы, командалар бер-береһенә ҡыҙыҡлы йомаҡтар әйтештеләр, таҡмаҡтарҙы ҡыҫҡа, оҙон көйгә башҡарҙылар, рэп итеп тә йырлап күрһәттеләр!

Ә ярыштар араһында командалар әҙерләнгәнсе ир-егеттәр берәм-берәм сәхнәгә күтәрелеп йөрәк һүҙҙәрен еткерҙеләр. Маҡар ауылы ветерандар ойошмаһы рәйесе Дәүләтшин Иманғол ағай, ауылыбыҙҙың имам-хатибы Йомағужин Юлай ағайҙар матур теләктәрен еткерһәләр, өлкән йәштәге Шәмсетдинов Мансур ағай үҙенең шиғырҙарын ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланы. Ҡыҙҙар башҡарыуындағы “Беләҙегем” бейеүен дә тамашасылар яратып ҡабул итте.

Ә инде Һарғай ауылы ир-егеттәренә “Афариндар!” тип әйтергә генә ҡала. Шулай булмай ни, йылы һүҙҙәрен әйтеп кенә ҡалмай ҡотлауҙарын йыр менән тамамлап ҡуйҙылар. Һарғай ауылы имам-хатибы Сәлимов Венер ағайҙың, Һарғай ауылы старостаһы Усманов Ғәйзулла ағайғың, Әйүп Ибәтуллин ағайҙарҙың моңло йырҙары көслө алҡыштарға күмелде. Ә инде Таһир Усманов гармун уйнағанда, дәртле бейеү көйҙәренә тамашасылар ғына түгел сәхнәләгеләр ҙә дәртләнешеп бейергә төштөләр.
Шулай итеп байрам аҙағына ла килеп етте. Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү бик еңелдән булмағандыр, сөнки һәр команда үҙенсә айырылып торҙо. Шуларҙы күҙ уңында тотоп, командалар номинациялар буйынса билдәләнеп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Ә беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошо кисәбеҙҙе музыкаль яҡтан биҙәгән музыка мәктәбе уҡытыусыһы Мәҡсүтов Биктимер Тимербулат улына һәм Һарғай ауылын күтәреп, командаларҙы дәртләндереп алып килеүсе, кисәбеҙҙең бағымсыһы булған Һарғай ауылы эшҡыуары Вәлитов Фәрүр Мансур улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

“Эштән һуң ғына сығып һеҙҙең янға ашҡынып ҡайтып төштөм, шулай ҙа өлгөрҙөм”, - тип Рифат Ситдиҡовтың сәхнәгә, бер ҡосаҡ сәскәләр тотоп килеп менеүе байрамыбыҙҙы тағы ла йәмләп ебәрҙе.

Сәхнәбеҙҙең биҙәктәре ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ла иң изге теләктәребеҙҙе еткереп рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һәр саҡ шулай әүҙем булып ҡалығыҙ.

Оҙон ҡыштан арынған йөрәгебеҙҙе шулай йылытып, күңелгә йыр булып, байрам кәйефе бүләк итеп йәшәгеҙ.
Читайте нас: