Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Март 2021, 20:16

Бәхетлеләр ҡотлай әсәйҙәрен...

Бәхетлеләр ҡотлай әсәйҙәрен, Изге теләктәрен еткерә... Әсәйһеҙҙәр иһә байрам көнөн Иҫтәлектәр менән үткәрә.

Бәхетлеләр ҡотлай әсәйҙәрен,
Изге теләктәрен еткерә...
Әсәйһеҙҙәр иһә байрам көнөн
Иҫтәлектәр менән үткәрә.

Минең дә бар ине әсәй генәм -
Биштән тотҡан кәртәм, терәгем...
Йылдар үткәс кенә аңланым мин
Әсәйҙәрҙең һәр саҡ кәрәген.

Әле лә ул инә төштәремә,
Борсолоуҙар баҫһа күңелде.
Әсәм рухы тере - беләм, тоям,
Әсәләр бит белмәй үлемде!

Әсәкәйем, байрам менән һине!
Ишетәһеңме, ҡыҙың өндәшә?
Төштәремдә генә күренһәң дә,
Уйҙарымда шулай мең йәшә!

Кемдең Әсәләре бөгөн яндарында
Улар иң бәхетле кешеләр.
Ғүмерегеҙ оҙон, һаулыҡ бирһен Һеҙгә
Ғәзиздәрҙән - ғәзиз Әсәләр.


Читайте нас: