Белеүебеҙсә, Башҡортостанда 2020 йылда үтергә тейешле VI Бөтә донъя фольклориадаһы, башҡа күләмле саралар кеүек үк, эпидемиологик хәлгә бәйле быйылға күсерелде. Муниципаль районда ошо сараға әҙерлек сиктәрендә «Торатау мираҫы» район-ҡала фольклор фестивале бара.
Уҙған шишәмбе Этҡол мәҙәниәт йортонда Биксән, Һайран, Этҡол, Арлар, Уразбай, Аҙнай, Кинйәбулат, Байғужа ауылдары фольклор ансамблдәре баһалама ағзалары иғтибарына иң сағыу, йөкмәткеле сығыштарын тәҡдим итте. Конкурстың икенсе көнөндә ЯрБишҡаҙаҡ, Урман-Бишҡаҙаҡ, Ҡарайған, Ишәй, Әхмәр, Ҡанаҡай, Әптек, Сәлих һәм Яңы Әптек ауылдары коллективтары Ишәй мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының боронғо йолалары менән таныштырҙы.
Фестивалдең баһалама рәйесе, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова әйтеүенсә, район-ҡала конкурсы республикала халыҡ фольклорын пропагандалау менән бергә иң яҡшы коллективтарҙы һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатын ҡуя. Бигерәк тә был йүнәлештә Совет осоронда онотолоп ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ уйындарын, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү һәм тергеҙеү мөһим. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә фольклорҙың әһәмиәте ҙур – боронғолар уның һәр өлгөһөнә әҙәп, камиллыҡ төшөнсәһен тәрән һала белгән. Хәҙер шуға күрә милли хореография, музыкаға һәм һөйләү телмәренә ҙур иғтибар бирелә башланы.
Конкурстың үткәрелеү тәртибенә килгәндә, унда ауыл биләмәләре коллективтары, мәҙәниәт, белем биреү учреждениелары һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре төрлө
жанр өлгөләре менән сығыш яһай ала. Бәйгеселәргә һан һәм йәш яғынан сик ҡуйылмаған, йәғни балаларҙың да ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ халыҡ ижадының
айырылғыһыҙ бер өлөшө булған биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре лә баһаланасаҡ.
- Бөгөн ауылдарҙа ла балалар русса аралаша башланы. Сөнки уларҙың бер туҡтауһыҙ интернетта булыуы, ата-әсәләрҙең был проблемаға иғтибар биреп етмәүе ошондай күренешкә килтерә. Кескәйҙәрҙе был хәлдән арындырыу өсөн балалар баҡсаһында «Ҡарлуғас» фольклор ансамблен ойошторҙоҡ. Ғөмүмән, беҙҙә тәрбиә эше башҡорт халыҡ ижадына, уйындарына нигеҙләнә, - тип уртаҡлашты Ҡанаҡай ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәзилә Әминова. – Ә бөгөн беҙ йыр һәм бейеү менән үрелеп килгән милли уйын өлгөһөн күрһәттек. Был тәүге сығышыбыҙ түгел, балалар конкурстарында йыш ҡатнашып торабыҙ. Пандемияға тиклем «Башҡорт халыҡ уйындары» бәйгеһендә ситән үреү менән сығыш яһағайныҡ. Былтыр ҡар һыуына барыу йолаһын башҡарҙыҡ. Тормошта ундай ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, уйындарҙы күрмәгән балаларыбыҙҙың күңелдәре нескәреп ҡала.
Баһалама составында мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова, ундағы методистар – ҡурайсы Фәнил Кинйәғолов һәм йырға оҫта Люциә Зарипова, Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған йырсы, ҡаланың Мәҙәниәт йорто директоры Ғәзим Ильясов, рәссам, картиналар галереяһы етәксеһе Рафаэль Ҡадиров
башҡарыусыларҙы унға яҡын номинацияла баһалаясаҡ.
Туған еребеҙҙең, ата-бабаларыбыҙҙың бай йолаларын, ауыҙ-тел ижадын сағылдырған «Торатау мираҫы» районҡала фольклор фестивале 17 мартҡа тиклем дауам итә. Ә
конкурста иң яҡшы тип табылған фольклор коллективтарын 29 апрелдә ҡала Мәҙәниәт йортонда Гала-концертта күрә аласаҡбыҙ.