Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Март 2021, 00:38

Ейәнем

Тимур әле кескенәуға әле өс кенә.Эй, шаян да һуң үҙе,тик ултырмай һис кенә!

Тимур әле кескенә
уға әле өс кенә.
Эй, шаян да һуң үҙе,
тик ултырмай һис кенә!

Бигерәк ҡыҙыҡһыныусан -
күп һораша, күп белә.
Йәнһүрәт ҡараһа ғына
беҙгә бер аҙ ял тейә.

Уға әле өс кенә,
өс тимәгеҙ һис кенә.
Диплом ғына юҡ кеҫәлә -
шул ҡәҙәре күп белә.

Донъяла нисә ҡитға бар,
ҡайһыһында кем йәшәй.
Барыһын теҙеп әйтеп бирә
белеп тор, тип, өләсәй.

Машиналарҙың маркаһын
өйрәтә олатайға.
Күп беләһең, маладис, тип
маҡтамайса булмай ҙа!

Китап асһаҡ шиғырҙарҙың
иң оҙонон һайлайбыҙ.
Бер уҡыйбыҙ, ике уҡыйбыҙ,
шунан яттан һөйләйбеҙ.

Әйтмәйбеҙ инде кескәй тип,
үҫкәнем, тип һөйәбеҙ.
Мутлашһа ла бик әрләмәй
аҫтан ғына көләбеҙ.

Шундай аҡыллы малайҙы
нисек әрләмәк кәрәк?!
Ул бит беҙгә киләсәктә
булыр әле ҙур терәк!


Читайте нас: