Ҡыш бауыры оҙон, тиҙәр,
Ысын микән шул әйтем.
Ә мин инде шул ҡыштарҙың
Һәр бер мәлен үҙ иттем.
Серем сисеп бурандарға,
Бар күңелемде асам.
Ә улары хистәремде
Йыраҡҡа алып ҡаса.
Һыйыр мөгөҙөн һындырыр,
Һалҡын ҡыштың көндәре.
Күңелемә яҡын һаман
Ай-йондоҙло төндәре.
Тулы айға ҡарап бағам,
Зөһрә ҡыҙҙы эҙләйем.
Яңғыҙлыҡтан арала, тип,
Теләктәрем теләйем.
Тәңкә-тәңкә төшкән ҡарҙы
Алғы килә ҡулыма.
Һеҙҙең менән бергә ҡуша
Бәхет яуһын юлыма.