Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Февраль 2021, 11:50

Башҡортса асылмалар – һеҙҙең өсөн!

Ҡотло булһын! Ҡотло булһын!Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!Бөгөнгөнән икегеҙҙеңБерҙәм булһын уйығыҙ!

Ҡотло булһын! Ҡотло булһын!
Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!
Бөгөнгөнән икегеҙҙең
Берҙәм булһын уйығыҙ!

Мәңге һиңә тоғромон, тип
Ҡултамғалар ҡуйҙығыҙ.
Бер-береңә етәкләргә
Ҡулығыҙҙы һуҙҙығыҙ.

Ошо етәкләшеүҙән һеҙ
Алмағыҙ ҡулды ҡулдан!
Йәнәш кенә барығыҙ һеҙ
Тормош тигән ҙур юлдан!

Алыҫтарға балҡып торһон
Икегеҙ яҡҡан усаҡ!
Бәхет, шатлыҡтар килһендәр
Көн һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ!

Ауырлыҡтар килгән саҡта
Терәк була белегеҙ,
Шатлыҡ, һөйөнөстәрегеҙ
Уртаҡ итеп бүлегеҙ!

Һеҙҙең туйығыҙҙы ҡотлап
Теләйбеҙ изге теләк!
Пар күгәрсендәй гөрләшһен
Ҡауышҡан ике йөрәк!
Читайте нас: