Ата-әсә хаҡы тиһәләр ҙә,
Белеп бөтөрмәйҙәр шул хаҡты...
Ата- әсә иҫән ваҡытта уҡ,
Бүлешә башлайҙар байлыҡты.
Тыуған йорт бит ғәзиздәрҙең төҫө,
Иҫтәлектәр күпме һаҡланған.
Бармы кеше ҡайтып үҙ йәненә,
Дауаларын шунда тапмаған.
Өйгә атлап кереп ишек асһаң,
Ҡайта уйҙар шаулы шуҡ саҡҡа.
Атай-әсәй иҫән, түр яҡталыр кеүек
Өҫтәл көйләйҙәрҙер ашығып....
Әсе йәштәр күҙҙә, төйөр тора
Һүҙ әйтерлек түгел, буш тынлыҡ.
Мин ҡайттым бит, бик һағындым тиһәң,
Яуап биргән таныш тауыш юҡ.
Доға ҡылам ҡулдарымды һуҙып,
Рухтарын бер Хоҙай шат ҡылһын.
Мәңгелеккә беҙҙән киткәндәрҙең
Урындары ожмахта булһын.
Ата-әсә хаҡы тибеҙ ҙә беҙ,
Беләбеҙме улар ҡәҙерен???
Иҫән саҡта ҡәҙерҙәрен беләйек,
Мәңгелеккә беҙҙән киткәндәрҙең
Онотмаһаҡ ине ҡәберен.
Ата-әсә хаҡына ҙур хөрмәт
Бергәлектә тағын күренә.
Тыуған йортто бүлешмәйсә генә
Дуҫтар булып йәшәйек гел бергә.
Өйрәнәйек туғанлыҡ ҡәҙерен белергә...