Мәҙәниәт
22 Февраля 2021, 06:17

Йәшәү бәхете

Йәшәү бәхете – ғаиләлә,Таяныр кешең булыуы.Бәләкәй генә һинең күсермәң,Әсәй! – тип, яр һалыуы.

Йәшәү бәхете – ғаиләлә,
Таяныр кешең булыуы.
Бәләкәй генә һинең күсермәң,
Әсәй! – тип, яр һалыуы.

Яңғыҙҙар ярты кеше,
Ҡағылмағыҙ уларға…
Тормоштоң әсе ҡаяуы,
Ҡаҙалған бит былай ҙа…

Ғаилә нигеҙе мөхәббәт булһа,
Бирешмәй дауылдарға.
Ике йөрәк бергә типһә,
Һыр бирмәҫ яуыздарға.

Сәскәләргә бөрөләнгән
Киләсәкте уйлайым...
Тормошомдоң емештәрен,
Берәм-берәм йыйнайым…

Читайте нас