Етембай
Борон-борон заманда бер йылға буйында аждаһа башлы, мәсекәй ҡорһаҡлы бер батша йәшәгән, ти. Ҡара йыланға оҡшап, ҡараға бөркәнгән ғәскәре, шул тирәлә йәшәгән халыҡтың мал-тыуарын йыйып, батша һарайына ташып торһа, ут бөркөгән башы һыуһынына йәш балаларҙың ҡанын һораған, ти.
Шундай көндәрҙең береһендә өйөр-өйөр малынан ҡолаҡ ҡаҡҡан бер ир, имсәк балаһы менән бисәһен бейәһенә атландырып, дошмандарҙан ышыҡҡа ҡасырға ҡушҡан, ә үҙе яуыз батша ғәскәрен ҡыуып киткән, ти.
Һыбайлы ҡатынды дошандың береһе күреп ҡалып ҡыуа төшкән, ти. Уға уҡтан атҡан. Яраланған әсә, бер йылға ярында атынан төшкән. Йән тәстимгә ҡараштарын күккә төбәп, балаһына ғүмер һораған, ти. Күп тә ятмай, үҙе йән биргән. Бала әсәһе эргәһендә уралған, уның тәңкәләр, мәрйендәр менән ҡапланған түшен ҡапшаған, әммә әсәһенең түшелдереген сисергә көсө етмәгән. Асыҡҡан бала әсәһенең әсәһенең бармаҡтарын һура башлаған, ти. Бармаҡтарҙың береһенән һөт килһә, икенсеһенән бал тамған, ти. Бала эргәһендә әйләнгән бейә, тояҡтары менән өҙгөсләп, бала аҫтына йомшаҡ үлән йәйгән,ти.
Шулай күпме ваҡыт үткәндер, улар эргәһенә бер һунарсы килеп сыҡҡан. Үлгән ҡатынды таныған был һунарсы. Хужаһының ҡатыны булған, ти, был ҡатын. Батша ғәсҡәре менән алышта ҡатындың ире лә үлгән була. Һунарсы был ҡатындың кәүҙәһен батырҙарса һәләк булған ире янына алып ҡайтып ерләгән. Баланы үҙенә алған, уға Етембай тип исем ҡушҡан, ти.
Көн артынан көн, йыл артынан йыл үткән, Етембай баһадир ир булып еткән, ти. Күршелә һылыулығы, зирәклеге менән үҙенә арбаған һылыу ҡыҙ үҫкән. Йәштәр бер-береһенә күҙ атҡан.
Берҙән бер көндө Етембайға һунарсы үҙенең серен сискән. Аждаһа башлы мәсекәй батша уның да ике улын юҡ иткән булған икән, шул арҡала ҡайғыһынан бисәһе үлеп киткән. Һунарсы яңғыҙ ҡалған. Яуыз батшаның яңынан килеүенән хәүефләнгән ололар, йәштәрҙе тиҙерәк йәрәштереп, тыныс яҡҡа ҡасырыу яғын уйлағандар.
Бер көндө Етембай әсәһенең бейәһенән тоҡом йәйгән йылҡылар араһынан үҙенә инселәнгән аҫау айғырға атланып, байталға кәләшен атландырып, юлға сыҡҡан, ти. Улар бейек тауҙар яғына йүнәлгәндәр. Төн еткән. Бер түбә өҫтөндә ҡунмаҡ булып туҡтап ҡалғандар. Кәләше хафаланып:
- Был урында киләсәктә мал өсөн генә түгел, байлыҡ өсөн дә яу ҡубасаҡ, бында ҡала күрмә инде, - тигән.
Шул саҡ улар килгән яҡта ер һелкенгән, тауҙай ут ялҡыны күтәрелгән. Ҡатыны, ирен тынысландырып, былай тигән:
- Балалар ҡанын эскән батшаның ҡорһағы шартлап, башы күккә осто, ә яуызлығы тирә-йүнгә таралды.
Икенсе көндө мосафирҙар юлдарын дауам иткәндәр. Алдарынан үтеп барған ҡара йыланды күреп ҡалған ҡатыны:
- Был яҡшыға түгел, кире боролайыҡ, - тип үтенгән. Шулай икеләнеп торғанда, алдарында бер әҙәм хасил булған. Сәләм бирешкәндәр. Етембай, йола буйынса, ризығы менән бүлешергә саҡырған. Усаҡ яҡҡан, ти. Ят әҙәм дә төйөнсәген сискән, унан бүҙәнә йомортҡаһы менән тәмләткес үләндәр сығарып һалған. Улар менән маҡтанып та алған, ти. Ә кәләше һаман тынысһыҙланған, ләкин ҡунаҡ алдында иренә һүҙ ҡушырға баҙнат итмәгән, ти шул. Шулай сәйләп ултырғанда, теге әҙәм Етембайҙың яҡты йөҙөнә, ризығына ҡәнәғәт булыуын белдергән. Дуҫ булып йәшәйек, тип, бер йомортҡаны уртаға киҫеп, бер яртыһын Етембайға һоғондорған, икенсе яртыһын үҙе ҡапҡан, ти. Тәғәм йыйып бөткәс, ҡунаҡты оҙатырға тип урынынан ҡалҡынған Етембай йөҙтүбән йығылған, ти.
Шул арала яуыз йән һыҙғырып та ебәргән, шырлыҡтан ҡара йөҙлө һыбайлылар сығып, Етембайҙың ҡатынын бейәһе өҫтөнә бәйләп, ҡом далаларына ҡарай сапҡандар.
Ҡайтҡас, теге әҙәм Етембайҙың ҡатынын тыумыштан зәғиф аҡыллы улына биргән. Сит ерҙә бар эшкә лә ырыя ҡараған тотҡон ҡатын, эшкинмәгән булып күренергә тырышҡан, ти. Йөрәге аҫтында типкән балаһы өсөн генә йәшәргә тырышҡан ул. Улын табып алғас, ҡатындың күңеле күтәрелгән, күрәҙәселек һәләте артҡан. Балаһының киләсәген үҙ илендә күргәнлектән, тыуған яғына ҡайтыу өмөтө менән йәшәгән. Улының нығынғанын көткән, ти ул. Ә һиҙгер ҡайныһы уларҙы һаҡ аҫтында тотҡан, ти.
Бер көндө Етембайын төшөндә күреп уянған ҡатын байталынан түлләнгән йылҡылар янына килгән. Улы менән аттарға атланып, тыуған яғына ҡасҡан, ти. Уларҙың арттарынан ҡыуғын төшкән, ти.
Уларҙың юлында осраған йылғалар дошмандарҡан ҡасып барған әсә менән улға юл биргән, ти, ә ҡыуғынсыларҙың юлын быуып, даръя булып ташҡан, ти, ҡыуғын алдында тауҙар теҙмәһе ҡалҡҡан.
Ҡыуғынсыларҙан ҡотҡарып алып ҡалған тау-урмандар араһында төйәкләнгәндәр, ти, былар. Үҙҙәре һымаҡ етем ҡалып, ышыҡ эҙләп йөрәгән берәүҙе лә ярҙамһыҙ ҡалдырмағандар, ти. Тора-бара тораҡтары ҙурайып, мал-тыуарҙары ишәйеп киткән, ти. Теҙмә тауҙар араһында Етембайҙың нәҫеле лә, йылҡыһының тоҡомо ла таралып киткән, ти. Етемлектең ни икәнен дә белмәйенсә, әле һаман байманлыҡта йәшәп яталар, ти.