Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Февраль 2021, 10:22

Ағым һыу

1. Күңелең киҫек булһа ла,Булһа ла тәрән яра,Керфегең түбән ҡаҙамаАҡҡан һыуҙарға ҡара.

1. Күңелең киҫек булһа ла,
Булһа ла тәрән яра,
Керфегең түбән ҡаҙама
Аҡҡан һыуҙарға ҡара.

Ҡушымта:
Өмөттәрең өзөлгәндә
Аҡҡан һыуҙарга ҡара.
Ниҡәҙәр ауыр булһа ла
Ағым һыу юлын таба.

2. Булыр инде был донъяның
Тетрәнеп алған сағы,
Дер һелкенеп алған сағы,
Уттарға һалған сағы.

3. Донъялар ниндәй булһа ла,
Бары сыҙарга ҡала.
Сабырлыктарың һыңғанда
Аҡҡан һыуҙарга ҡара.

Ҡушымта:
Сабырлығыңды һындырма,
Аҡҡан һыуҙарға ҡара.
Ниҡәҙәр ауыр булһа ла
Ағым һыу юлын таба.

Өмөттәрең өҙөлгәндә
Аҡҡан һыуҙарға ҡара.
Ниҡәҙәр ауыр булһа ла
Ағым һыу юлын таба.
Читайте нас: