Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Февраль 2021, 14:10

ТУҒАН ТЕЛЕМДЕ ЯРАТАМ

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл китапханаһында башланғыс класс уҡыусылары Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған "Тыуған телемде яртам" исеме аҫтында үткән сараға йыйылдылар.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл китапханаһында башланғыс класс уҡыусылары Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған "Тыуған телемде яртам" исеме аҫтында үткән сараға йыйылдылар.
Был сарала балалар Ер шарында өс меңдән ашыу халыҡ йәшәүен һәм һәр халыҡтың яратҡан үҙ телдәре булыуын, һәр тел үҙенсә матур, бай һәм берҙәй ҡәҙерле булыуын белделәр.

Туған тел, тыуған ил тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, мәҡәл-әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр.

Дуҫтарын таң ҡалдырып Яппарова Амалия башҡорт халыҡ ҡобайыры " Урал батыр"ҙан өҙөк һөйләп ишеттерһә, ауылыбыҙ ағинәйе Фәниә апай Рәшитова халыҡ әкиәттәренән "Һандуғас"ты һөйләп үтте. Балаларға әкиәттәге һандуғастай тыуған илендә туған телдәрендә үҙ иркендә йәшәүҙән дә бәхетле нимә юҡлығын аңлатты. Тырышып уҡырға, тыуған илде яратырға һәм лайыҡлы булып үҫергә өндәне.
Читайте нас: