Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Февраль 2021, 19:38

Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр

Ҡаланың Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрам үтте. Туған телебеҙҙе данлауға, ҙурлауға арналған күркәм сараға төрлө милләт вәкилдәре йыйылды.

21 февраль – халыҡ –ара туған көндәр көнө

Ҡаланың Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрам үтте. Туған телебеҙҙе данлауға, ҙурлауға арналған күркәм сараға төрлө милләт вәкилдәре йыйылды.
Илебеҙ – үҙенең күп милләтле халҡы, уларҙың татыу һәм дуҫ йәшәүе менән көслө. Башҡортостан да күп милләтле республика, Ишембайҙы ғына 25-тән ашыу милләт вәкилдәре төйәк иткән.
Байтаҡ йылдар ҡалабыҙҙа төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен сағылдырып Милли мәҙәниәттәр үҙәге эшләп килә.Башҡорттарҙың - “Дуҫлыҡ”, рустарҙың - “Отрада”, татарҙарҙың - “Таң”, сыуаштарҙың – “Шанчак” вокал ансамблдәренең сығыштарын ҡалабыҙҙа уҙғарылған төрлө байрамдарҙа ла йыш күрәбеҙ.
Был юлы үҙәктә ойошторолған байрамда ла йырҙар, шиғырҙар төрлө телдәрҙә яңғыраны. Туған телдең ни тиклем бай, яҡын, татлы булыуы сағылды уларҙа. Үҙәккә йөрөүсе ағинәйҙәрҙең береһе Клара Мортазинаның ейәнсәре Камила менән сығышы ла ололарҙың йәштәргә нәсихәте һымаҡ яңғыраны. Өләсәй менән ейәнсәрҙең туған телдәрендә һөйләшеүҙәре үҙе үрнәк булып тора. Бер үк ваҡытта телебеҙҙе ҙурлаған халыҡ мәҡәлдәрен дә ишеттерҙеләр. “Теле барҙың – иле бар”, “Тел – күңел көҙгөһө”, “Тел ҡәҙерен белгән, ил ҡәҙерен белер” кеүек мәҡәлдәрҙең һәр береһенә төплө мәғәнә һалынған.
Үткән йыл аҙағында Милли мәҙәниәт үҙәге “Башҡорт теле- тыуған төйәгем” тип исемләнгән онлайн конкурс уҙғарғайны. “Был конкурста ағинәйҙәр әүҙем булһа, уҡыусылар ҙа уларҙан ҡалышманы. Телебеҙгә ҡарата хөрмәт күрһәттеләр”, - ти үҙәктең художество етәксеһе Раушания Вәлиева. Әлеге байрамда уның еңеүселәренә дипломдар тапшырылды.
Тел байрамына балаларҙың килеүе лә тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булды. Быуаттарҙан-быуаттарға күсә килгән ҡәҙерле мираҫ – туған телде ҡәҙерләү, яратыу хистәрен көсәйтеп ебәрҙе әлеге сара.
Автор фотолары.
Читайте нас: