Мәҙәниәт
16 Февраля 2021, 11:23

Ауылыма ҡайттым

Ауылыма ҡайттым. Тыуған ауыл.Гармун да уйнамай кистәрен.Төнөн йырлап үткән егеттәр юҡУятырға йәшлек хистәрен.

Ауылыма ҡайттым. Тыуған ауыл.
Гармун да уйнамай кистәрен.
Төнөн йырлап үткән егеттәр юҡ
Уятырға йәшлек хистәрен.

Ныҡ үҙгәргән ауыл. Урамдарҙа
Яңы матур өйҙәр үҫкәндәр.
Төндә күргән төштәр булып ҡына
Тороп ҡалған беҙҙең үткәндәр.

Ҡороғандар, киҫелгәндәр икән
Беҙ әүһәләй эйгән тирәктәр.
Шул саҡтарҙа бер ҡайтаһы килеп
Ярһып-тибеп китә йөрәктәр.

Тағы ҡайттым тыуған яҡтарыма
Осҡан ҡоштар кеүек ҡағынып.
Әллә ауылымды, әллә бала саҡты,
Әллә йәшлегемде һағынып.


Читайте нас