Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Февраль 2021, 00:00

Тағы керҙең, әсәй, төштәремә

Йылы устарыңа башым ҡуйып,Күкрәгеңә ятып, һыйынып,Бушатайым, әсәй, күңелемде,Беләм уның һиңә һыйырын.

Йылы устарыңа башым ҡуйып,
Күкрәгеңә ятып, һыйынып,
Бушатайым, әсәй, күңелемде,
Беләм уның һиңә һыйырын.

Эштән һөйәлләнгән ҡулдарыңдың.
Ҡатылығын берҙә һиҙмәйем,
Сәстәремдән һыйпап иркәләйһең,
Йөрәк яраларым имләйһең.

Сәстәремдә аҡ бөртөктәр күреп,
Йөрәгеңә ауыр алма һин.
Ҡосағыңа алған сабый түгел.
Олоғайып барған балаң мин.

Донъя йөгө баҫҡан иңдәремде,
Һинең янда ғына яҙалам,
Йөрәгемә йәшәргә көс алып,
Үҙ донъяма ҡайтыр юл алам.

Еңел булып ҡала йәндәремә,
иңдәрем дә тоям көс, ҡеүәт,
Һинең янда миңә шундай рәхәт,
Рәхмәт, әсәй, һиңә мең рәхмәт

Төштәремдә генә осрашһаҡ та,
Ҡабул итәм ысын барлыҡтай,
Ҡайғы, шатлығымды бушатамын,
Киң күңелең һинең тарыҡмай.

Өс тағандай өс ейәнең үҫә,
Улар барлығына ҡыуанам.
Рәхмәттәрем әйтеп Хоҙайыма,
Балаларын һөйөп, йыуанам.

Иңдәремә терәп сал баштарын
Устарыма һалып ҡулдарын,
Хоҙай ғүмер бирһә яндарымда,
Торор әле минең улдарым.


Читайте нас: