Ауылдарҙа донъя көтә ала,
Иң таһыллы ғына ҡатындар.
Ауырлыҡтар төшһә һынмай улар,
Ябай ҡатын түгел - алтындар.
Кемдәргәлер ҡәйнә, апай, һеңле,
Ә килендәр-татыу апһындар.
Ҡайғы-шатлыҡтарҙы уртаҡлашҡан,
Үҙ туғаныңдан да яҡындар.
Шаян еңгәләрҙең телдәрендә
Мәрәкә лә менән тәләкә.
Эс сереңде, һиҙҙермәйсә генә,
Һөйләтеп тә алыр, кәрәкһә.
Һары таңдан ҡара кискә тиклем
Иңдәрендә донъя хәстәре.
Тауыҡ сүпләһә ла бөтмәйҙер ул,
Бер-бер артлы көтә эштәре.
Һандуғастар хатта көнләшерлек,
Ауыл ҡатындары теленә.
Онотолоп барған ерле һөйләш,
Барса нескәлектә беленә.
Кешеләрҙең оло рәхмәттәре,
Аш-һыуына уның ҡағыла.
Ризығының тәмен татығандар,
Сәләм ебәрәләр тағы ла.
Ауыл ҡатындары ябай түгел,
Йыр-моңға ла әүәҫ-маһирҙар.
Һөйөп үҫтергән улан-ҡыҙҙары-
Һылыу Зөһрә, батыр Таһирҙар.
Халыҡ йолаларын һаҡлаусылар,
Уңғанбикә, оҫтабикәләр.
Ауыл ҡатындары - аҡыллылар,
Тормошоңдо йәннәт итәләр.
Ҡаш-керпеккә һөрмә тартылмаған,
Буяу күрмәһә лә ирендәр,
Күңелегеҙ һәр саҡ матур ҡалһын,
Йүнсел ҡәйнә, сабыр килендәр!
+3 °С
Болотло