Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль 2021, 00:00

Яратҡандар

Яратҡандар шундай була матур,Әллә ниндәй серле, тылсымлы.Йөҙҙәрендә балҡый таң нурҙары,Күҙҙәрендә - бәхет ымдары.

Яратҡандар шундай була матур,
Әллә ниндәй серле, тылсымлы.
Йөҙҙәрендә балҡый таң нурҙары,
Күҙҙәрендә - бәхет ымдары.

Ҡараштары менән күрһәтәләр
күренмәгән һөйөү серҙәрен.
Сит-яттарға белеү кәрәк түгел
бәхет серен ошо "телдәрҙең".

Ысынлап та, һөйә белгән - матур,
Йондоҙ уты биҙәй йөҙҙәрен.
Яратҡандар курһәтегеҙ әле
мөхәббәттең һалған эҙҙәрен!!!
Читайте нас: