Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Февраль 2021, 18:22

Һөйөү бит ул

Минең ҡулдар - һинең ҡулда,Пар сағандар кеүек беҙ.Табыштыҡ та - ике йүләр,Әйләнде шул башыбыҙ.

Минең ҡулдар - һинең ҡулда,
Пар сағандар кеүек беҙ.
Табыштыҡ та - ике йүләр,
Әйләнде шул башыбыҙ.

Ҡурҡма әле, ҡыйыуыраҡ,
Имәндәрҙән ныҡлы бул.
Һөйөү бит ул йәшен һорап
ишек шаҡып килмәй шул.

Ямғырҙан һуң сыҡҡан йәйғор
толомдарын һүтә бит.
Маңлайҙағы - тейеш яҙмыш
беҙҙең генә яҡлы бит.

Тормош йырын - оҙон көйҙәр,
Икәү йырлап һуҙайыҡ.
Парлы йәндәр күктә тыуа -
шуны белеп йәшәйек.


Читайте нас: