Быйылғы йыл республикабыҙҙа Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Боронғолар әйткәнсә "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ", сөнки һаулыҡ булһа барыһы ла була.
Һаулыҡ йылын асып маҡар ауыл мәҙәниәт йорто спортзалында ҡатын-ҡыҙҙар араһында спартакиада үткәйне. Кисә иһә, 10 февраль көндө, быйылға беренсе тапҡыр тамашасылар залы үҙ ишектәрен асып, Ғафури районы халыҡ театрын ҡаршы алды.
Мәҙәни сараны Маҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Иманғолова Эльвира Риф ҡыҙы һәм Ишембай районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Тимербулатова Әлфиә Ринат ҡыҙы сәләмләү һүҙҙәре менән асып ебәрҙеләр.
Ғафури районы мәҙәниәт һарайы директоры Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы ла йылы һүҙҙәрен әйтеп, мәҙәниәт йортона иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.
Ғафури артистары беҙгә ике өлөштән торған тамаша алып килде. Беренсе өлөшөндә йырлы-бейеүле концерт булһа, икенсеһендә Салауат Әбүзәровтың "Байраҡ аҫтында" тип аталған спектален тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы.
Был осрашыуҙан тамашасылар ҙа, артистар ҙа бик ҡәнәғәт булып таралыштылар.
Ә беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа, ҡунаҡтарҙың сығышына тулыһынса хаҡ түләп, тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк иткәне өсөн ауылыбыҙҙың оло шәхесе Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Бынан бер-нисә йыл элек Маҡар-Ғафури дуҫлыҡ күпере һуҙылғайны, бынан һуң да был күпер ныҡлы булыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.