Тәбиғәттә төрлө ағас була,
Ҡай берҙәре серей эсенән.
Тышҡы яҡтан баһа биреп булмай,
Көлөп йәшәмәгеҙ кешенән...
Мул сәскәлә атҡан алмағас та,
Ҡайһы ваҡыт бирмәй алмаһын.
Кеше күҙ йәштәре бик хәтәр ул,
Рәнйешенән ҡаса алмаҫһың.
"Миләш татлы емеш түгел"- тиеп,
Бер ҡасанда киҫмә ағасын.
Асыуланып кеше ҡарғай күрмә,
Кире ҡайтыр әсе ҡарғышың...
Тәбиғәттә төрлө ағас үҫә,
Һәр береһенең була дауаһы.
"Яман килеш рәхәт йәшәйем" -тимә,
Һәр гонаһтың була язаһы...