“Инәй” тиҙәр, “әбей” тиҙәр,
Күңелем ҡабул итмәй.
Элек үҙем уйлай инем:
Әбейҙәргә ни етмәй?
Әбейгә лә етмәй икән
Бөтә, һәммә, барыһы,
Бойҙайына туҡ булғанда,
Етмәй икән тарыһы.
Әбейгә лә кәрәк икән икән
Һөйөүе лә, наҙы ла,
Күҙгә генә ҡарап торған
Һин яратҡан таҙы ла.
Уйлай инем: әбей булғас,
Кейендең, кейенмәнең...
Уның өсөн үтеп киткән
Йәнәһе, мода мәле.
Хәҙер иһә ғәжәпләнәм:
Их, ниңә кейенмәгән?..
Үҙен-үҙе ҡараниһә,
Әбейең бына тигән!
Әбей тимәй, ҡыҙ тимәҫтәр –
Уныһын инде беләм.
Әбейҙәрҙең изге уйын
Әләмдәр итеп эләм.
Был әләмдең эстәлеге:
“Хәрәкәттә – бәрәкәт.
Именлектә торһон ғәләм,
Ергә килмәһен афәт.
Һуғышы ҡубып китмәһен,
Илде һәләк итмәһен,
Ейәндәр етем ҡалмаһын,
Донъя утта янмаһын.
Илемә килһен именлек,
Еркәйемә – еңеллек,
Халҡымдың һүҙе хаҡ булһын,
Күңелкәйе пак булһын”.
Шул уйҙарҙан, шул теләктән
Бар йөҙҙәр балҡып китә.
Имен торһа донъяларың –
Әбейҙәргә шул етә!