Байрам әҙерәк һуңғараҡ ҡалып үткәрелһә лә беҙҙең төп маҡсат балаларға халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү ине. Һәм яйлап ҡына ошондай милли байрамдар үткәреп беҙ үҙ теләгебеҙгә ирешеп барабыҙ, тип әйтә алабыҙ.
Балалар ҡышҡы Нардуғандың ҡасан, ниндәй маҡсат менән үткәрелеүен, ниндәй уйындар уйналғанын белделәр, ҡыш тураһында йомаҡтар систеләр, мәҡәл-һынамыштар әйттеләр, Нардуған һәм Селлә менән таныштылар, "Нар-нар, нарына, бәхет бирһен барына!" тип теләктәр теләнеләр, түңәрәккә баҫып йырлап-бейеп, уйындар уйнап күңел астылар. Иң һуңынан иһә байрам бутҡаһынан ауыҙ итеп, ҡоймаҡлап сәй эсеп, тышта ла уйындар уйнап таралыштылар.