Мәҙәниәт
30 Января 2021, 08:59

Тамырҙарын белһен балалар

Шәжәрәңде яҙып ҡалдыр тиеп,Һалдым ҡағыҙ ҡайным алдына.Кемдәр улар ата-бабалар -Белеп үҫһен беҙҙең балалар.

Шәжәрәңде яҙып ҡалдыр тиеп,
Һалдым ҡағыҙ ҡайным алдына.
Кемдәр улар ата-бабалар -
Белеп үҫһен беҙҙең балалар.
Ҡайным миңә ҡарап йылмайҙы,
Яратып та ҡуйҙы арҡамдан.
Кәрәк, бик хуп эш, киленем,
Доға ҡылыусым бул артымдан...
Шулай тине лә ул уйланды,
Нурҙар балҡып китте йөҙөндә.
“Ете быуын белеү бик фарыз
Иҫкә төшөрәйем үҙем дә.
Беҙҙең тамырҙар бит бик көслө,
Һай тәрәнгә китә тамырҙар!
Әйҙә, минән булһын васыят
Күптәр тамырҙарын танырҙар!
Динис Мәргән - ата-бабамдыр,
Унан тыуған улы Ҡужамғол.
Биҡҡол Ҡужамғолов, унан һуң Байғол
Әмерханға Сыңғыҙ биргән юл.
Сиражетдин Сыңғыҙовтан тыуған
Минең атай - олпат Сынтимер.
Бала саҡта сибек кенә булған,
Уға оҡшап тыуҙы ейәнем Тимур.
Түбәтәйем - ейәнем Зинурға,
Ҡөръәнемде һиңә ҡалдырам.
Шәжәрәне һаҡла, күңелеңә
Доғаларҙан юлдар һалдырам”.
Шулай тине лә ул, тын ҡалды,
Күҙҙәрендә йәштәр күренде.
Шәжәрәһен яҙып ҡалдырҙы ла
Күп тә үтмәй гүргә лә инде...
Быуын-быуын икән шәжәрә,
Шәжәрәңде өйрән,балаҡай!
Бер көн килеп һорар ейәндәр -
Кемдәр беҙҙең ата-бабаҡай?
Белеп үҫһен тиһәк балалар
Үҙ быуынын, үҙенең тамырын -
Изге эштәр, яҡты уй менән
Яҙып ҡалдыр һин дә тарихың.
Шул тарихты бер көн өйрәнеп,
Шәжәрәгә ҡарап һоҡланып,
Ғорурланып әйтһен һәр балаң -
Изге булған беҙҙең олатай!

Фотола: «Шәжәрә өйҙөң иң түрендә торорға тейеш, тип өйрәтә олатайөләсәйем», - ти Рәүиә апайҙың ейәне Салауат.
Читайте нас