Ямап - ҡорап, ялғап - ҡоршап,
Донъя көттө әсәйҙәр.
Ҡоршалған сынаяҡтарҙа
Тәмлерәк ине сәйҙәр.
Еңде ҡырҡып, итәк ямап,
Күлдәк бөтәйтте улар.
Йомаҡ ҡойоп, әкиәт һөйләп,
Күңел ҡотайтты улар.
Ойоҡтарҙы ямап, әсәй
Урҙаға элер ине.
- Ошоларҙың табандары
Ыуҙыр*, - тип көлөр ине.
Ямауға ямау һалынған
Атайҙың эш һырмаһы.
Тик бында ла таҫыл кәрәк:
Йөй беленеп тормаһын.
Табанланған быймалар ҙа
Күпкә йылыраҡ булды.
Ялғау - ҡоршаулы булһа ла,
Бәхет мулыраҡ булды.
Әсәй ҡорай, атай ҡоршай,
Һауыт - һаба сигәләй.
Миңә инселәп башланған
Кәштәләге бейәләй.
Эй, бала саҡ!
Ямаулы саҡ!
Бәхетем сатҡылары!
Ҡоршалған сәйнүк - сынаяҡ
Ғәзиз ҡомартҡыларым.
*Ыу. Аяғыңдың ыуы бар мәллә, - ти торғайны әсәй, ойоҡбаштарҙы тиҙ тишһәк.
16.01.21.
+19 °С
Облачно



