Мәҙәниәт
26 Января 2021, 12:00

Торғаны артистар, режиссерҙар!

Ошо көндәрҙә Йәнырыҫ мәҙәниәт йортонда «Ҡыш бабай мажаралары» видеороликтар конкурсына йомғаҡ яһалды. Күңелле ижади ярыш Яңы йыл алдынан иғлан ителгәйне.

Ошо көндәрҙә Йәнырыҫ мәҙәниәт йортонда «Ҡыш бабай мажаралары» видеороликтар конкурсына йомғаҡ яһалды. Күңелле ижади ярыш Яңы йыл алдынан иғлан ителгәйне.
Тәү тапҡыр видео форматында үткән конкурста райондың 12 мәҙәниәт йорто ҡатнашты. Улар араһынан ҡаланың милли мәҙәниәттәр үҙәге, Иҫке Ишембайҙың «Йондоҙ» һәм Тирмән-Йылғалағы «Нефтсе» мәҙәниәт йорттары бер исемдән сығыш эшләне.
- Пандемия шарттарында бигерәк тә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә аралашыу етмәне. Аҙ халыҡ ҡатнашлығын талап иткән, шул уҡ ваҡытта дистанциялы үткән ниндәйҙер сара уйлап сығарырға кәрәк ине. Яңы йылға ҡарата «Ҡыш бабай мажаралары» исемле видеороликтар конкурсын эшләргә тигән тәҡдимемде район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге шунда уҡ күтәреп сыҡты, - тип уртаҡлашты Йәнырыҫ мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнур Әһлиуллина. – Видеороликтар эшләгән саҡта күптәребеҙгә махсус эффекттар яһау, монтажлау кеүек процестарҙы өйрәнергә тура килде. Был ҡатнашыусыларға үҙенә күрә үҫеш бирҙе, бөтәһе лә саранан ҡәнәғәт ҡалды. Декабрь айында Йәнырыҫ мәҙәниәт йортоноң «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөнә ебәрелгән видеолар бер форматҡа яраҡлаштырылып, киң аудиторияға уҙған аҙна сығарылды. Баһалама ағзаларының һығымтаһы буйынса, Гран-при Үрге Әрмет ауылы мәҙәниәт йорто коллективына тапшырылған. Беренсе дәрәжәләге диплом менән Йәнырыҫ, Әхмәр ауылдары, Иҫке Ишембай, Тирмән-Йылға мәҙәниәт йорттары, Бәрҙәшле ауылы китапханаһы һәм Милли мәҙәниәттәр үҙәге бүләкләнә. Икенсе дәрәжәләге диплом Түбәнге Әрмет, Әрметрәхим, Көҙән, Петровск ауылдары мәҙәниәт йорттарына бирелһә, өсөнсө урынды Ҡанаҡай, Ҡыяуыҡ һәм Сәлих мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яулай.
Шул уҡ ваҡытта конкурстан тыш Йәнырыҫ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре «80-се йылдар» күргәҙмәһен ойошторған. Ошо осорҙо күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән экспонаттарҙы йыйыуҙа бөтә ауыл халҡы ҡатнашҡан. Ваҡыт бушҡа үтмәһен, аҙаҡ үкендермәһен, тигәндәй, йәнырыҫтар эпидемиологик шарттарҙа артабан да дистанциялы форматта эшләргә әҙер. Әле уҡыусы балаларға төрлө фәһемле, матур челлендждар ойоштороу өсөн Tik-Tok сервисын да үҙләштерәһе бар икән. Йәштәрҙе юҡ-барҙан тик ҡыҙыҡлы, файҙалы йөкмәтке менән әүрәтергә була, тигән фекерҙәләр.
Читайте нас