Мәҙәниәт
26 Января 2021, 04:50

Был донъяла барыбыҙ ҙа ҡунаҡ...

Был донъяла барыбыҙ ҙа ҡунаҡ,Йәшәйексе белеп беҙ тәмен.Шулай булғас ниңә үпкәләшепЕбәрергә йәшәүҙең йәмен.

Был донъяла барыбыҙ ҙа ҡунаҡ,
Йәшәйексе белеп беҙ тәмен.
Шулай булғас ниңә үпкәләшеп
Ебәрергә йәшәүҙең йәмен.

Көнләшергә, үсләшергә ниңә,
Бер-береңә аяҡ салырға?
Онотмайыҡ, зинһар, эй кешеләр,
Кеше булып кәрәк ҡалырға!

Һөйөнәйек, рәхмәттәр әйтәйек,
Хоҙай беҙгә ғүмер биреүгә.
Ҡунаҡ ҡына булып булһа ла тик
Ерҙә йәшәү бәхете тейеүгә.

Читайте нас