Мәҙәниәт
26 Января 2021, 18:53

Ҡайһы балаң яҡыныраҡ?..

– Ҡайһы балаң яҡыныраҡ? – тиеп,Һораусылар тора табылып.Ҡайһыныһы минән алыҫыраҡ,Шуныһын мин көтәм һағынып.

– Ҡайһы балаң яҡыныраҡ? – тиеп,
Һораусылар тора табылып.
Ҡайһыныһы минән алыҫыраҡ,
Шуныһын мин көтәм һағынып.
Сырхап китһә әгәр кемеһелер,
Мин янынан уның китмәйем.
Һурып-һурып үбәм кескәйҙәрен,
Уянғанын һис тә көтмәйем.
Килгәндәрен сығып ҡаршы алам,
Киткәндәрен иһә оҙатам.
Һағыштарым булһа икһеҙ-сикһеҙ,
Күҙ йәшемде иркен буҙлатам.
Кемдең нимә ашағыһы килә –
Барыһына ризыҡ ҡалдырам.
Оҙағыраҡ килмәһәләр инде,
Көтә-көтә күҙҙәр талдырам.
Ҡайһы балам яҡыныраҡ икән,
Тигән һорау мине борсомай.
Барыһы ла булһын иҫән-имен,
Ғүмер юлым үтер сарсымай.
Оҙон ғүмер, һаулыҡ, сәләмәтлек,
Уңыш булһын юлдаш уларға.
Бәхеттәре торһон ашып-ташып,
Һауалар саф булһын һуларға.
Һәр ҡайһыһы тапһын үҙ йәрҙәрен,
Мөхәббәтле генә булһындар.
Күҙҙәренә йәштәр тулһалар ҙа,
Ҡыуаныстан ғына тулһындар.
Читайте нас