Барыһына да нисек түҙәһең һин.
Ҡайҙан килә шундай сабырлыҡ?..
Әсәйҙәрҙә булған сабырлыҡҡа
Ҡабат-ҡабат хайран ҡалырлык.
Шатлыктарға ярһып шатланһа ла,
Ғазаптарға түҙә тын ғына...
Иламай ҙа әсәй, зарланмай ҙа -
Күҙҙәрен дә сабыр моң ғына.
Ғүмерҙәрҙең ауыр юлдарында
Ел - дауылдар мәңге тынманы.
Ҡанаттарың һынған саҡтар булды,
Сабырлығың ғына һынманы.
Ғүмерең буйы сабыр иттең,
Уның да бит сиге булалыр -
Күңелдәрең тулһа, иңдәремә
Баштарыңны һалып ила бер.
Иламайҙа әсәй, зарланмайҙа,
Ғазаптарға түҙә тын ғына.
Йөрәгендә, бәлки, мең яралыр,
Күҙҙәрендә сабыр моң ғына.