Кисә, 23 ғинуар, Әхмәр ауылы мәҙәниәт йортонда Студенттар көнөнә арналған "Бөгөн шаяндар, тапҡырҙар, дәртлеләр көнө" тип аталған осрашыу булып үтте.
Осрашыу йәнле рәүештә барҙы, уҡыусылар менән студенттар үҙ-ара ике команда булып белемдәрен, етеҙлектәрен һынап ҡаранылар, илебеҙгә, Башҡортостанға ҡағылған проблемаларға үҙ фекреҙәрен белдерҙеләр, һорауҙарға етди яуап бирҙеләр.
Егеттәргә һәм ҡыҙҙарға киләсәктә уҡыуҙарында уңыштар, яҡшы ғына билдәләр, барлыҡ теләктәренең дә тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ!