Рәхмәт, тием Раббыма,
Уллы бай булғаныма!
Улдарымдың, атай, тиеп
Өҙөлөп торғанына!
Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә
Һау булһындар улдарым!
Тик бәхеткә генә илтһен
Тормош юлы уларҙы!
Улдарымдың бөгөн әле
Йәм-йәшел үҫмер сағы.
Ир ҡорона тулып еткәс,
Дөрләр ғаилә усағы...
Иҫән булһындар бары!