- Әйҙә, иркәм, тансаға төшәйек!
Һин яратҡан йырҙы уйнайҙар.
- Ә һуң йәштәр?
- Ә улар вальстарға
Ололар бейей, тип уйлайҙар.
- Килешерме? Башым әйләнмәҫме?
- Һис борсолма, мин бит яңында.
Ошо вальсҡа саҡырғайның мине
Аҡ муйыллы йәшлек яҙында.
...Һүҙҙәр артыҡ.
Күҙҙәр серләшәләр,
Туйҙағылар тынып ҡалғандар.
"Иҫеңдәме?.. "
Хәтеремдә, иркәм.
Оноторлоҡ түгел ул таңдар."
"Иҫеңдәме?.."
"Рәхмәт һиңә, иркәм.
Беҙҙе таныштырҙы аҡ бейеү.
О, ул бейеү!
Ғүмерлеккә булды
Шул кис бөрөләнгән саф һөйөү."
"Йөрәгем ярылырҙай булғайны
Һыйынғанда һинең ҡуйынға..."
"Беҙ бәхетле: парлашып бейейбеҙ
Тәүге ейәнебеҙ туйында."
...Кәйелеп оса ике һары япраҡ,
Күңелдәрҙе арбай аҡ бейеү.
Мөхәббәт вальсында талғын ғына
Өйөрөлә парлы сал һөйөү.
03.12.20.