Әсәй, тиеп йән атырлыҡ
Булһын кешең.
Фиҙа ҡылыр инем йәнем
Әсәм өсөн!
Олоғайып бөткәндә лә
Әсәй кәрәк.
Сөнки әсә бала өсөн
Ныҡлы терәк!
Беләйек беҙ ҡәҙерҙәрен
Әсәләрҙең!
Уларһыҙ бит юҡтыр йәме
Йәшәүҙәрҙең...
Әсәйем, тип өндәшһен гел
Һәр бер бала.
Әсәләрһеҙ тормош үҙе
Туҡтап ҡала...