Үҙ туғаным ҡыуанып ҡаршы ала,
Йәйеп килә ҡайнар ҡосағын.
Теҙеп ҡуйыр шундуҡ өҫтәленә
Сәй-шәкәрен һәм дә май, балын.
Һораша ул ихлас хәлдәреңде,
Бирә төплө кәңәштәрен дә.
Йыйылып та килгән бәләләр ҙә
Бөткән кеүек була шул ерҙә.
Нисек барһың, шулай ҡабул итә
Үҙ туғаның ғына, үҙ ҡаның.
Үҙ туғаның ғына аңлай һине,
Яуға һәр бер ҡылығың.
Үҙ туғаның ғына юл күрһәтер
Аҙашҡанда тормош сатында.
Ҡалҡан кеүек баҫыр туғандарың
Хәүеф янай ҡалһа башыңа.
Балалар ҙа күптән уртаҡ инде,
Уңыштарға улар һөйөнөр.
Кәрәк саҡта кәңәшен дә биреп
Һинән былай улар көйөнөр...
Туғаныңдың яҡты йылмайыуы
Ҡиммәтерәк мәрйен-алтындан.
Тик туғандар аңлар уй-хистәрҙе
Ауыр саҡта китмәҫ яныңдан...
Шул түгелме бәхет туғандарҙың
Шулай гелән тартып тороуы.
Ҡайғы-хәсрәт урап уҙһын әйҙә,
Һау-сәләмәт кенә булайыҡ,
Ғүмер юлын бергә уҙайыҡ.
Үҙ туғаным...