Мәҙәниәт
20 Января 2021, 16:08

Әсәйем булһа ине янымда...

Күңелемә ауыр булған саҡта,Урын тапмағанда йәнемә.Ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшергәӘсәйем булһа ине янымда.

Күңелемә ауыр булған саҡта,
Урын тапмағанда йәнемә.
Ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшергә
Әсәйем булһа ине янымда.

Ҡайсаҡ күҙҙәремә йәштәр тула,
Йылы һүҙҙәр кәрәк йыуатырға.
Сәстәремдән һыйпап иркәләргә
Әсәйем булһа ине янымда.

Ауырлыҡтар осраған сағында
Туҡтап ҡалам юлдар сатында,
Шул сағында кәңәштәр бирергә
Әсәйем булһа ине янымда.

Иңдәреңә башты һалыр инем,
Һыйыныр инем йылы ҡосағыңа.
Бик һағынам һине әсәйем бәғерем
Һин етмәйһең минең йәнемә.

Читайте нас