Әсәкәйем, әйткән инең,
Күҙгә ҡарап, тотоп ҡулдан:
- Балаҡайым, үҫеп еттең,
Донъя ҡорҙоң, әсәй булдың.
Йылдар үткән һиҙелмәй ул,
Ғүмер йылғаң тулып аҡһын,
Тыныс ҡартлыҡ бик теләһәң,
Ал ҡәйнәңдең фатихаһын!
-Ҡәйнә мине үҫтермәгән,
Минең өсөн көймәгән,
Минең өсөн һөйөнмәгән,
Мине хатта һөймәгән…
-Ул бит әсәй! Уның һөтөн
Һинең ирең имеп үҫкән,
Һин тыуҙырған балаларға
Ҡәйнәңдең дә ҡаны күскән!
Оло кеше булһа мыжыҡ,
Һин түҙ, балам, һин йәшерәк,
Ҡәйнәң һинән риза булһын –
Фатихаһы һиңә кәрәк!
- Ул бит уңған, ул бит шәпле!
Нишләһәм дә ярай алмам…
- Ә һин тырыш, балаҡайым!
Ул күрмәһә, күрер Алла!
Ҡәҙер-хөрмәт күрһәт, балам,
Ҡырын уйлап гөнаһ алма,
Һәр ғәмәлең өсөн һинең
Яуап бирер көнөң алда…
Ҡарғыш төшмәй, рәнйеш төшә,
Рәнйетеүҙән берүк һаҡлан…
- Ярай, әсәй, һин ҡушҡанса
Тырышырмын, булдыра (а)лһам…
- Рәнйеш һиңә төшмәһә лә,
Төшөү мөмкин балаларға…
Риза булһын һинән ҡәйнәң!
Фатихаһын алмай ҡалма!
…Ваҡытында өйрәткәнең
Өсөн һаман рәхмәтлемен,
Өнөм тыныс, төнөм тыныс,
Йоҡом тыныс, тыныс йәнем.
Әсәйемдең был кәңәшен
Мин ҡыҙыма ҡабатлайым:
“Бәхет өсөн фатихаһын
Ал ҡәйнәңдең, балаҡайым…”
+12 °С
Облачно
