Ғүмер тигәндәре шулдыр инде-
Һиҙелмәй ҙә үтә был йылдар.
Артта ҡалды хыялый йәшлегем,
Инде ҡартлыҡҡа илтә юлдар.
Ҡайтарырға ине йәшлегемдең,
Бала саҡтың бары бер көнөн.
Тик бер аҙға ғына тойһам ине
Йәшлегемдең сихри бер төнөн.
Үтә ғүмер аҡҡан һыуҙар кеүек,
Тик ҡартаймай күңел, йәш көйө.
Ғүмер тигәндәре кире ҡайтмай,
Ҡайһы саҡта китә йән көйөп!