Мәҙәниәт
19 Января 2021, 09:46

Әллә йәшлек үтте, әллә ҡартлыҡ етте...

Әллә йәшлек үтте, әллә ҡартлыҡ етте –Сир-сырхауҙар бигерәк ҡоторҙо...Сырағымды алды, күҙҙәр монарланды,Ҡулдарыма таяҡ тотторҙо...

Әллә йәшлек үтте, әллә ҡартлыҡ етте –
Сир-сырхауҙар бигерәк ҡоторҙо...
Сырағымды алды, күҙҙәр монарланды,
Ҡулдарыма таяҡ тотторҙо...

Ғүмер үтә килә кәрең бөтә икән,
Үткәндәрҙә ҡала сапсанлыҡ.
Мендәргә баш терәп, уйға ҡалам күберәк,
Үҙлегемдән ҡасыр сарам юҡ...

Изге ғәмәл юрап, ҡылам доға-аят,
Балаларым миңә ҙур шатлыҡ!
Уф йөрәгем, тимәм, яҙмышҡа баш эймәм,
Ашыҡмай тор әле һин,ҡартлыҡ!

Читайте нас