Аталы бала арҡалы,
Ҡанатын ҡайырмағыҙ.
Мөмкин булһа балаларҙы
Атайҙан айырмағыҙ.
Етем күң(е)ле китек тиҙәр,
Уңалмаҫ яралары.
Йылдар үткәс беленәлер
Атаның баһалары.
Ҡосағына һыйындырып
Ел-дауылдан һаҡлаһын.
Етемлектә балаларҙы
Әсе яҙмыш ҡаҡмаһын.
Ғүмере буйы оҙаталыр
Атайлы миҙгелдәре.
Ҡарашында сағылмаһын
Рәнйеүле әрнеүҙәре.
Баланың арҡа терәрлек
Ныҡлы терәге булһын.
Йортоғоҙҙа шат ауаздар
Гөрләп, урғылып торһон!